Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн күптәнге йола буйынса киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе 17.12.2015

Матбуғат конференцияһына  мең  өс йөҙ журналист саҡырыу алғайны. Әңгәмә теүәл өс сәғәт дауам итте.

Владимир Путиндың сираттағы 11-се Ҙур Матбуғат конференцияһында эске һәм тышҡы сәйәсәткә ҡағылған көнүҙәк һорауҙар яңғыраны. Журналистарҙы иҡтисади үҙгәрештәр, донъя күләмендәге рецессия күренештәре мәлендә илдең быға ҡаршы тороу һәләте ҡыҙыҡһындырҙы.  Владимир Путин Рәсәй өсөн көрсөктөң иң ҡатмарлы осоро артта ҡалды тип яуапланы. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса иҡтисади үҫеш күҙәтелә тип билдәләне. Тышҡы сәйәсәттә һорауҙар тәү сиратта Украиналағы хәлдәр, Төркиә менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеп китеүе һәм Сүриә биләмәһендә террорға ҡаршы операция барышына ҡағылды. Владимир Путин Украинаны һәр ваҡыттағыса ҡәрҙәш дәүләт тип баһалауын йәшермәне. Шул уҡ ваҡытта был ил менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҙгәртеүҙең Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн  көн талабы булыуын да аңлатып бирҙе. Төркиә менән бәйләнештәргә туҡталып, Президент был дәүләт етәкселеге элекке йылы мөнәсәбәттәрҙең ҡәҙерен белмәүен, Рәсәй самолетына  һөжүм итеүҙең дошмандарса аҙым булыуын билдәләне.  Матбуғат конференцияһында республиканың 8 мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ Руслан Кәримов та бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика