Рәсәй киләсәге федераль ҡоролошта

Рәсәй киләсәге федераль ҡоролошта 07.10.2015

Был турала республика көнөнә арналған ғилми-ғәмәли конференцияла билдәләнде.

Фекер алышыуҙа Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең киң танылған ғалимдары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар үҙәк менән төбәк мөнәсәбәттәрен тикшерҙе, тарихҡа байҡау яһаны һәм киләсәккә фараздар ҡорҙо. Ғалимдар фекеренсә, Башҡортостан тотош илебеҙҙә федерализм үҫешенә нигеҙ һалған төбәк. Төрлө ваҡытта был ҡоролошҡа  төрлөсә ҡараш йәшәп килде, әммә уның әһәмиәтен  инҡар итеү мөмкин түгел тигән фекерҙә белгестәр. Рәсәй кеүек ҙур территория биләгән, күп милләтле, күп конфессиялы бер илдә урындарҙағы үҙаллылыҡ һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә булып ҡаласаҡ. Шуға ла илдең киләсәге федераль ҡоролошта тигән ҡараш белдерҙе конференцияла ҡатнашыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика