Рәсәйҙәге тәүге геопарк Башҡортостанда ойошторола 06.06.2017

Был тарала бөгөн Өфөлә эш башлаған  икенсе халыҡ-ара экология форумында билдәләнде.Күләмле сара 8 июнгә тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшел технологияларҙы үҙләштереү буйынса фекер алышыуғар ойоштороу ҡаралған. Форумдың тәүге көнөндә баш ҡалабыҙҙа экология, технология, тормош тип аталған күргәҙмә лә асылды. Пленар ултырышта республика башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Әр ташы Белорет районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың йөҙөк ҡашы. Республиканың тәбиғәт һәйкәлдәре исемлегенә ингән мәғрүр ҡая йылына меңәрләгән туристты йәлеп итә. Әммә хозур тәбиғәт ҡосағында күңелде ҡырған күренештәр ҙә бар. Ҡаяның түбәһендә Әр ташы ауылында йәшәүсе  халыҡ сүплек ойошторған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йөҙ йыллыҡ ҡарағайҙар араһында, кеше күҙе йәшереп тигәндәй өйөп ҡуйылған. Белгестәр был хәлде тәү сиратта экологик мәҙәниәтһеҙлеккә  бәйләй. Бөгөн Өфөлә асылған форум да ошо етешһеҙлекте бөтөрөү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә аңлатыу эшен камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Күләмле сара мәктәп уҡыусыларын  «Йәшел пионерҙар» ойошмаһы сафына  ҡабул итеүҙән башланды. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш бал саҡтан тәрбиәләнә ти дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай комитеты рйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова
Башҡортостан төҫлө һәм ҡара металлургия, химия, нефть һәм нефть химияһы сәнәғәте үҫешкән төбәк. Ҡеүәтле  предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо ҙур. Әммә экология талаптары йылдан-йыл ҡәтғиләшә бара. Кеше эшмәкәрлегенең тәбиғәткә эҙемтәһен кәметеү заманыбыҙҙа төп бурыстарҙың береһе. Тирә-мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән технологиялар ҙа урынында тормай. Уларҙы ваҡытында үҙләштереп барырға ғына кәрәк. Предприятие һәм ойошмаларға  форум сиктәрендә асылған күргәҙмә лә йүнәлеш бирә. Экспозицяла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендәге иң алдынғы фәнни эшләнмәләр менән танышырға мөмкин. Рәсәйҙең 12 төбәгенән 80-дән ашыу предприятие ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Экология өлкәһендә башҡарылған эҙмә-эҙлекле сәйәсәт һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Форум алындан республика йәшел стандарттар үҙәге ойошторҙан рейтингта беренсе баҫҡысҡа күтәрелде.
Форумдың пленар өлөшөндә ҡурсаулыҡтар мәсьәләһе күтәрелде. Көн ҡаҙағында Башҡортостанда геопарк ойоштороу проекты. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәбиғәт хозурлығын киләһе быуындарға еткереүҙең әһәмиәтенә туҡталды һәм  ҡурсаулыҡтарға заманса ҡараш талап ителеүе кәрәклеген дә билдәләне.
Геопарк Башҡортостанда ғына түгел,  тотош Рәсәй  өсөн яңы төшөнсә. Шуға ла айырыуса һаҡланған биләмә заманса ҡараш талап итә. Рәсәйҙәге тәүге  геопарк Башҡортостандың Салауат районы «Янғантау» шифаханаһы тирәһендә 700 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Әле ЮНЕСКО талаптары буйынса проектлау эштәре башланған.
ВДНХ-экспо күргәҙмәләр комплексында Башҡортостан башлығы «Рәсәй-минең тарихым» тип аталған мультимедия тарихи музейын ойоштороу барышы менән дә яҡындан танышты. 7 мең квадрат метрҙы биләгән экспозицияла 500 берәмек мультумедия техникаһын урынлаштырыу бара. Заманса технологиялар ярҙамында илдең мең йыллыҡ тарихы, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәне лә  сағылыш табасаҡ. Әле төҙөлөш монтаж эштәре тулыһынса тамаланған, проекциялау һәм тауыш ҡорамалдарын урынлаштырыу дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика