Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостандағы тауыш биреү  һөҙөмтәләре буйынса 70-кә яҡын мөрәжәғәт булған 17.10.2016

Әлеге ваҡытта сәйәси кампания барышында теркәлгән ҡағиҙә боҙоуҙар нигеҙендә республикала тикшереү башланған.

Уны Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары Сергей Сироткин менән Евгений Шевченко етәкләй. Бөгөн улар һайлауҙа ҡатнашҡан сәйәси фирҡәләрҙең төбәк бүлексәһе етәкселәре менән осрашты. Партиялар вәкилдәре Мәскәү ҡунаҡтары менән үҙҙәренең күҙәтеүселәре теге йәки был сәбәп менән ваҡытында һайлау участкаһына индерелмәүе, комиссия составтары буйынса булған ризаһыҙлығы менән уртаҡлашты. Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәр сәйәси кампанияның һөҙөмтәләре дөрөҫ түгел тигәнде аңлатмай. Һеҙгә артабан был тәжрибәне күҙ уңында тотоп, хатаһыҙ эшләргә тырышырға кәрәк тип билдәләне Евгений Шевченко. Ә инде ризаһыҙлыҡ белдереүсе партиялар вәкилдәренә килгәндә, Сергей Сироткин фекеренсә, был сәйәси көрәштең айырылғыһыҙ бер өлөшө, һәм партияларға, ҡуйылған маҡсаттарына ирешер өсөн йыл дауамында көсөргәнешле эшләргә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика