Рәсәйҙең ғилми берләшмәһе 8 февралдә һөнәри байрамын билдәләй 06.02.2017

Был көндө республикала фәнни эштәр конкурсы еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Быйыл республика гранттары 38 йәш ғалимға тапшырыла.

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында иғлан ителде. Фәнни эштәре һәм ҡаҙаныштары өсөн  90 мең һумлыҡ 20 грантҡа айырым йәш ғалимдар ҙа, ғилми коллективтар ҙа дәғүә итә. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостанда ярайһы уҡ үҫешкән ғилми-мәғариф комплексы булдырылған.  Республикала мөһим тикшеренеүҙәр бар. Тәү сиратта улар нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, машиналар эшләү өлкәһендәге технологияларға, биология, биотехнологияларға һәм социаль өлкәгә ҡағыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика