Рәсәй балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны буйынса Европала беренсе урында тора 24.01.2017

Был проблема Башҡортостан өсөн дә ят күренеш түгел.

Былтыр төбәктә дүрт тиҫтәгә яҡын бала үҙ белдеге менән яҡты донъянан киткән. Белгестәр иҫәпләүенсә, үлем осраҡтарының һәр өсөнсөһө интернетҡа бәйле. Рәсәй буйынса йөҙҙәрсә суицидаль төркөмдәр тап бөтә донъя селтәрендә урынлашҡан. Уларҙың бер өлөшө үлемесле эшмәкәрлеген Башҡортостанда ла киң йәйелдергән. Был турала бөгөн балалар ҡатнашлығындағы үлем осраҡтарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләренә арналған эксперт советы ултырышында тикшерелде. Фекер алышыу барышында билдәләнеүсенсә, суицидты пропагандалаусы төркөмдәр шунда уҡ етди күҙәтеүгә алына. Әммә был юҫыҡта эшмәкәрлекте  киңәйтеү өсөн яңы технологияларҙы иҫәпкә алып федераль ҡануниәтте камиллаштырыу талап ителә, тиелде осрашыуҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика