Рәмил Исҡужин Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп тәғәйенләнде 16.06.2016

Был туралағы ҡарар бөгөн  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡабул ителде - депутаттар уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы.  

Рәмил Кәбир улы Исҡужин Бөрйән районында тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. Хеҙмәт юлын 1975 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. Армия сафында хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа ауыл советы рәйесенән Өфө ҡалаһы прокурорына тиклем вазифалар биләй. 2006 йылдан Федерация Совты ағзаһы, һуңынан 5-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары. Рәмил Исҡужин шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләне, 2013 йылдан республиканың Йәмғиәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы секретары булып эшләне. Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе  вазифаһына уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы тәҡдим итте.  Эшмәкәрлегендә ул асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек төшөнсәләренә нигеҙләнеүен билдәләне.
Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай ултырышында республикала ауыл хужалығын үҫтереү һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһында дәүләт программаһы үтәлеше, Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса хәл, республикала выждан азатлығы һәм дин тотоу иреклеге тураһында ҡануниәттең үтәлеше тураһында мәғлүмәт тыңланды. Республиканың айырым район-ҡалаларына мирауай судьялар тәғәйенләү тураһында ҡарарҙар раҫланды. Көн тәртибенә барлығы 40-ҡа яҡын мәсьәлә сығарылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика