Парламент темаһын иң яҡшы яҡтыртыусы журналистар билдәләнде

Парламент темаһын иң яҡшы яҡтыртыусы журналистар  билдәләнде 28.12.2015

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үтте,  дипломдарҙы һәм рәхмәт хаттарын  парламент рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Константин Толкачев  журналистарҙы Яңы йыл менән тәбрикләп, 2015  йылда ҡабул ителгән  закондарға  байҡау яһаны, киләсәккә  бурыстарҙы билдәләне. Быйыл  Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай  тарафынан  халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп  ҡануни документтар ҡабул ителгән.  Матбуғат саралары ошо яңылыҡтарҙы халыҡҡа  ваҡытында еткерә. Һәм был бик мөһим, йәмәғәтселек  бар үҙгәрештәрҙе белеп барырға тейеш, тине Константин Толкачев. Журналистар иғтибарынан Республика парламентының 20 йыллығы ла ситтә ҡалманы. Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Гөлдәриә Йосопова авторлығындағы документаль фильм беренсе урын менән баһаланды. 2015 йылда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай эшмәкәрлеген уңышлы яҡтыртыусылар  араһында «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең махсус  хәбәрселәре  Рәмзиә Кәримова, Гөлнур Ишбулатова ла бар. Уларға бөгөн дипломдар һәм почет грамоталары тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика