Ниндәй дәрес теләйһең, шуны уҡы!

Ниндәй дәрес теләйһең, шуны уҡы! 17.02.2016

Башҡортостанда уҡыусының индивидуаль программаһына нигеҙләнеп эксперименталь синыф булдырыу күҙаллана. Ул Өфө дәүләт авиация университеты ҡарамағындағы 153-сө лицей базаһында яңы уҡыу йылы башынан 9-сы синыфтарҙы ҡабул итергә тейеш. Был турала һүҙ бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм уҡыу йортоноң стратегик үҫеш департаменты етәксеһе Руслан Хисаметдиновтың осрашыуында барҙы.

Әңгәмә башында уҡ Рөстәм Хәмитов мәғарифтың заманға яраҡлашыуы мөһим мәсьәлә булыуын билдәләне. Мәғлүмәт һәм интернет технологиялары киң үҫешкән осорҙа белем биреү системаһынан һығылмалылыҡ талап ителә, шул уҡ ваҡытта стандарттар тураһында ла оноторға ярамай.  Тәү маҡсат элеккесә - төплө белем биреү. Айырыуса, инженер, конструкторҙар әҙерләү алымдарын камиллаштырыу зарур, тине Рөстәм Хәмитов. Мәғариф системаһы үҙгәрештәр талап итә.
Бындай мөмкинлектәрҙең береһен «Иннопрактика» ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек бирә ала. Компания Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында ойошторолған, ул милли интеллектуаль резерв үҙәген һәм йәш ғалимдарҙың ғилми-ғәмәли эшмәкәрлегенә ярҙам итеүсе фондты үҙ эсенә ала. Республикала булдырылырға тейеш эксперименталь синыф та «Иннопрактиканың» программаларына таяныр тип көтөлә. Проект тормошҡа ашҡан осраҡта уҡыусылар модулле система буйынса белем аласаҡ. Унда бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ тиергә мөмкин.
Руслан Хисаметдинов, Өфө дәүләт авиация университетының стратегик үҫеш департаменты етәксеһе: «Класс тигән төшөнсә булмаясаҡ, уҡыусы теләге булһа физика менән шөғөлләнә ала, теләһә әҙәбиәткә китә. Йәғни, мәжбүр итеү юҡ, күңеле нимәгә ята, шуның менән шөғөлләнә. Бары тик дөйөм уҡыу планын ғына үтәһен. Бындай синыфта уҡытыусы балаға йүнәлеш бирергә тейеш. Эксперимент 153-сө лицей нигеҙендә башланасаҡ, сөнки бында белем алыусылар өсөн Авиация университеты лабораториялары асыҡ. Был  мөһим өҫтөнлөк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика