Миҙхәт Шакировтың тыуыуына - 100 йыл

Миҙхәт Шакировтың тыуыуына - 100  йыл 31.10.2016

Бөгөн Өфөлә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә арналған тантаналы йыйылыш үтте.  Тарихи датаға арналған сарала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов,  Миҙхәт Закир улы менән бер осорҙа һәм ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән хеҙмәттәштәре ҡатнашты. Беҙ  Башҡортостан үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалған билдәле шәхестәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.

1969 йылдан алып 80-се йылдар аҙағына тиклем Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы,  орден-миҙалдар кавалеры.  Миҙхәт Шакировтың исеме заманында тотош илгә билдәле була. Ул Башҡортостанда сәнәғәттең төрлө тармаҡтарын, ауыл хужалығын, төҙөлөштө үҫтереүгә күп көс һала. Миҙхәт Закир улы  халыҡсан һәм халыҡҡа  таянып эшләгән етәксе ине, ул кадрҙар сәйәсәтенә ныҡлы иғтибар бирҙе, тип хәтерләй хеҙмәттәштәре.
Миҙхәт Шакиров  киләһе быуындарға  етерлек ныҡлы база ҡалдыра, ул төҙөткән завод-фабрикалар, нефть һәм газ үткәргестәре бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Республиканың әлеге ҡаҙаныштарына шул ваҡытта уҡ ныҡлы нигеҙ һалына. Һәм уларҙың башланғысында тороусы шәхестәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Бөгөнгө уңыштар ҙа Миҙхәт Шакиров кеүек  шәхестәрҙең  өлөшө бар, тине Рөстәм Хәмитов.
Ябайлыҡта бөйөклөк. Миҙхәт Шакиров  тауыш күтәрмәй, кешене тыныс һәм ҡәтғи генә итеп тыңлата, эшләтә белә.  Төбәк еткәсеһенең эшһөйөрлек,  яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтен ил башлыҡтары ла юғары баһалай.  Ул һәр ваҡыт власть эшелонынынң локомотив составында була.
Талапсан, етди етәксе лә  тарих, рухи тамырҙар, милли-мәҙәни мираҫ хаҡында ла онотмай. Ул  сәнғәтте, әҙәбиәтте үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Мифтахетдин Аҡмулланың 150 йыллығын хатта, ил кимәлендә билдәләнек, ти халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.
Быйыл Миҙхәт Шакировтың тыуыуына  100 йыл. Ошо уңайҙан  күренекле шәхестең тормош һәм ижад юлына арналған китап донъя күрҙе, ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.  Йылдар үткән һайын  Миҙхәт Закир улы башҡарған ғәмәлдәрҙең  бөйөклөгө асығыраҡ сағыла, ти тарихсылар.
Рөстәм  Хәмитов белдереүенсә, Миҙхәт Шакировтың исемен мәңгеләштерең артабан да  дауам итергә тейеш. Сөнки уның биографияһында әле өйрәнелмәгән, асылмаған биттәр күп.
Киләсәктә Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер ҙа барлыҡҡа киләсәк. Бөгөн уға нигеҙ ташы һалынды.  Тарихсылар билдәләүенсә, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең биографияһы тейешле кимәлдә өйрәнелмәгән. Ә Миҙхәт Шакировтың тормош һәм хеҙмәт юлы күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ныҡлы киләсәккә төҙөү өсөн тарихты тәрән белеү ҙә мотлаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика