Маҡсат халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу 25.12.2015

Башҡортостан биләмәһендә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең 40-лаған партия проекты уңышлы эшләп килә. Бөгөн уларҙың мөмкинлектәре ҡаралды. Партия проекттары форумында Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты

Бәләбәй районы Приютов ҡасабаһының 22-се балалар баҡсаһында Яңы йылға әҙерлек яңыртылған бинала үтә.  Балалар баҡсаһы төҙөлгәнгә утыҙ йылдан ашыу   ваҡыт үткән. Капиталь ремонт быға тиклем үткәрелгән - ҡыйыҡ, һыу үткәргестәр алмаштырылған. Ә тәҙрәләр өсөн аҡса етмәгән. Быйыл «Реаль эштәр»  проекты ярҙамында ул хәл ителгән. Пластик тәҙрәләр, ишектәр  ҡуйылған, иҙәнгә яңы линолеум түшәлгән. Иң мөһиме был эштән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмаған. Улар шәмбе һайын  өмәләрҙә ҡатнашып, төҙөкләндереү эштәренә үҙ өлөшөн индергән.
«Реаль эштәр» проекты ысын мәғәнәһендә халыҡ араһында хуплау тапты тип билдәләй партия ағзалары. Был осраҡлы түгел. Көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә партияға мөрәжәғәт итеүселәр үҙҙәре лә өлөш индерә.
Дөйөм алғанда,  Башҡортостан биләмәһендә «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең 40-лаған маҡсатлы проекты ғәмәлгә ашырыла. Улар йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. «Тормош сифаты»,  «500  ФОК», «Ныҡлы ғаилә»,  «Рәсәй ауылы», атап үтелгән проекттарҙың ҡайһы берҙәре генә.  Маҡсат изге, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу. Форум барышында проекттарҙың үтәлеше менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов та яҡындан танышты.
Форум сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы ла үтте. Унда телмәр менән сығыш яһап Рөстәм Хәмитов йыл йомғаҡтары һәм иҡтисади күрһәткестәргә лә туҡталды.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы, партияның Мәскәүҙә үтәсәк сьезына делегаттар һайлау менән тамамланды. Унда Дәүләт Думаһына һайлау йылында партияның көсөн барлау һәм алдан тауыш биреү, йәғни праймериздарға әҙерлек мәсьәләһе тикшереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика