Мәскәүҙә  Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының сит ил министрлыҡтары башлыҡтары советы ултырышы асылды 03.06.2015

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар июлдә Өфөлә үтәсәк саммитта ҡаралған мәсьәләләр буйынса фекер алыша.

Башҡортостанға йыйыласаҡ дәүләт башлыҡтары 2025 йылға тиклем Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының үҫеш стратегияһына айырыуса ҙур иғтибар бүләсәк. Рәсәйҙең тышҡы сәйәси ведомствоһы билдәләүенсә, республикала ойошманы киңәйтеүгә башланғыс һалыныу мөмкинлеге ҙур.  Ойошма эшмәкәрлегенә ҡушылыу тәҡдимен 12 дәүләт  индергән.  Әле Шос составына Һиндостан менән Пакистанды алыу мөмкинлеге тикшерелә. Тәүге  дәғүәселәр араһына эләгергә Иран ынтыла, шулай уҡ әлегә тиклем диалог буйынса партнер ролендә килгән Беларусь Республикаһы күҙәтеүсе статусына күтәрелергә теләй.  Ә бына Әзербайжан менән Әрмәнстан партнерҙар исемлегенә инергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика