Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй» халыҡ фронтының II «Эшмәкәрлек форумы» тамамланды

Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй» халыҡ фронтының II «Эшмәкәрлек форумы» тамамланды 18.11.2014

Бөгөн кәңәшмәлә Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырыу һәм санкция шарттарында  иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Форумдың пленар өлөшөндә сығыш яһап, ил башлығы Владимир Путин халыҡ фронты граждандар әүҙемлегенең яҡшы миҫалы булыуын билдәләне. Бынан тыш, йәмәғәтселек энергияһын илде үҫтереү, иҡтисадты яңыртыуға йүнәлтергә, шулай уҡ халыҡ фронтына киләһе йыл һаулыҡ һаҡлау проблемалары буйынса айырым форум ойошторорға тәҡдим итте. Форум эшендә меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән «Бөтә Рәсәй» халыҡ фронты рәйестәре һәм башҡарма комитеттары етәкселәре, Рәсәй Президентының ышаныслы вәкилдәре, эксперт һәм бизнес-берләшмә, Рәсәй   Хөкүмәте вәкилдәре, политологтар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика