Мәскәү ҡалаһына сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтында ла туҡталды

Мәскәү ҡалаһына  сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтында ла туҡталды 07.08.2014

Республика етәксеһе институт эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, республика менән хеҙмәттәшлек юлдарын яйға һалыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Рөстәм Хәмитов институттың ғилми етештереү комплексын ҡараны, заманса металл иретмәләре һыналған лабораторияларҙа булды, ҡатмарлы деталдәрҙе  етештереү  технологияһы менән танышты. Авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты илдең алдынғы  авиация предприятиелары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән берлектә улар никель иретмәләрен йәбештереү буйынса тикшереүҙәр уҙғара, ә моторҙар эшләү берекмәһендә федераль институтта әҙерләнгән авиация  ҡоролмалары сығарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика