Мәҙәниәттәр осрашҡан урын 28.05.2016

Бөгөн Өфөлә Евразия киңлегендә  милләт-ара диалог һәм хеҙмәттәшлеккә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Осрашыуҙа  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Юнеско эштәре буйынса яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе етәкселегендәге Юнеско делегацияһы, сит дәүләттәрҙән билдәле ғалимдар ҡатнашты. Сарала  заман технологиялары осоронда  милли асылды һаҡлап ҡалыу  хаҡында һүҙ барҙы. Сығыш яһаусылар белдереүенсә, күп милләтле халыҡ Рәсәйҙең ҡеүәте, милләт-ара татыулыҡ иһә үҫеш нигеҙе булып тора.

Европа менән Азия киҫешкән ерҙә, Рәсәйҙең йөрәгендә урынлашҡан Башҡортостан  милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек сағылышы булып тора. Республикала йөҙҙән ашыу милләт дуҫ, татыу донъя көтә. Шуға күрә  Юнеско вәкилдәре конференцияны тап Өфөлә ойошторорға тәҡдим  итә. Башҡортостандың тәжрибәһе күп төбәктәргә өлгө булырлыҡ.  Бөгөн төп маҡсат глобалләштереү шарттарында   милли асылды һаҡлап ҡалыу, тине Республика башлығы.
Форум Өфөлә барған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә, Юнеско линияһы буйынса ойошторола. Республика Юнеско менән күптән хеҙмәттәшлек итә, төбәктә халыҡ-ара ойошманың йөҙҙән ашыу ассоциацияланған  мәктәбе эшләй, уҡыу йорттарында кафедралар асылған, милли-мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса эш алып барыла, биосфера резерваты  төҙөлгән.  
Осрашыуҙа булған тәжрибәне ҡулланып Евразия халыҡтарының   милли-мәҙәни ҡиммәттәрен, заманса сәнғәтте һаҡлау юлдары ла ҡаралды.  Шулай уҡ Юнеско линияһы  буйынса ғәмәлгә ашырылған «Ебәк юл» проекты буйынса хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. Ул республиканың бәйләнеш даирәһен айырыуса киңәйтә. Әле республикала халыҡ-ара фольклориадағы әҙерлек бара, илдәге тәүге геопаркты төҙөү ҡарала.
Рәсәйҙең ҡеүәте һәм киләсәге төрлө милләт халыҡтарының үҙ асылын һаҡлап ҡалыуынан,  татыулығынан, берҙәмлегенән үрелә. Билдәле яҙыусы Лев Гумилев та үҙенең һуңғы яҙмаларының береһендә киләсәктә Рәсәй Евразия державаһы булып һаҡланып ҡаласаҡ тип әйтеп ҡалдыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика