Мөхәббәт менән шаярмағыҙ! 14.12.2015

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Парламент Президиумында киләһе пленар ултырыштың көн тәртибе раҫланды. Дөйөм фекер алышыуға сығарылған мәсьәләрҙең береһе рәсми никахҡа инеү тәртибенә үҙгәрештәр индереү тураһында. Закон проекты айырым осраҡтарҙа 14 йәштән ғаилә ҡороу мөмкинлеген таный.

Парламент рәйесе фекеренсә, тормоштағы төрлө хәлдәр иҫәпкә алынырға тейеш. Закон проектында уларҙың исемлеге төҙөлгән.

Закон проекты  Башҡортостан Прокуратураһы тарафынан тәҡдим ителгән. Никах теркәүҙә ирек таныу кеүек күренһә лә, уны һис кенә лә либераль ҡанун тип баһаларға ашыҡмағыҙ, тигән фекерҙә прокуратура хеҙмәткәрҙәре. Әлеге норма Башҡортостандың ғаилә кодексында ла ҡаралған. Әммә ғаилә ҡороуҙың иң түбән йәше законда нығытылмаған. Яңы ҡанун хупланған осраҡта 14 йәштән рәсми рәүештә никах ҡороу мөмкинлеге таныласаҡ.

Дәүләт Йыйылышының сираттағы ултырышы 24 декабргә тәғәйенләнде. Тикшереүгә 50-нән артыҡ мәсьәлә сығарыла. Тиҫтәләгән закон проекты беренсе уҡыуҙы үтә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика