Лидер булыу серҙәре 05.03.2015

Бөгөн Башҡортостан ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары Мәскәүҙең «Сколково» идаралыҡ мәктәбе ректоры Андрей Шаронов менән осрашты.

Семинарҙың төп маҡсаты  - муниципаль берәмлектәрҙә тыуған төп мәсьәләрҙе хәл итеү ысулдарын ҡарау. Шулай уҡ хакимиәт башлыҡтары бер майҙанға йыйылып үҙ-ара аралашып тәжрибә уртаҡлаша алды. Андрей Шаронов уҙғарған лекция төбәк хакимиәттәре башлыҡтарын лидер булыу серҙәре менән таныштырыуға йүнәлтелде. Итисад белгесе үҙ миҫалында төрлө проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алышты, ҡул аҫтындағы эшселәр менән яҡшы бәйләнеш булдырыу тураһында һөйләне. Әйткәндәй, Андрей Шаронов Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Шуға ла республика менән яҡшы таныш. Иҡтисад, социаль һәм ауыл хужалығы торошо буйынса республика төрлө позицияла.Ҡайҙалыр лидер булһа, ҡайһы бер өлкәләрҙә әҙерәк күтәрелергә кәрәк. Дөйөм алғанда Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә, тип билдәләне белгес.
Андрей Шаронов, Мәскәүҙең «Сколково» идаралыҡ мәктәбе ректоры: «Иҡтисади көрсөккә килгәндә, 98-се , 2008 -се йылдағы һәм бөгөнгө көрсөктәр бер береһенән ҡәтғи айырыла. Көрсөк буласағын күп белгестәр алдан хәбәр иткәйне. Иҡтисад үҫешә, эшҡыуарлыҡ сифаты арта. Рәсәй өс йыл эсендә үҙенең торошон ике тапҡырға үҫтерҙе. Был көрсөк менән көрәшеү программалары төҙөлгән. Хәҙер етди рәүештә ошо йүнәлеш буйынса эш итеү мөһим».
Осрашыу ошо көндәрҙә файҙаланылыуға тапшырылған Атола ҡунаҡханаһында уҙҙы. Ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары семинарҙан тыш уның торошон һәм бүлмәләрҙең сифатын да баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика