Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса закон камиллаштырыласаҡ 13.07.2017

Парламентҡа ҡануни документты яҡын килсәктә уҡ ҡарау бурысы ҡуйылған. Был турала бөгөн Республика башлығы  Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә белдерҙе.  Һөйләшеүгә муниципаль берәмектәр, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре саҡырылды.

Башҡортостан  торлаҡ сафҡа индереү буйынса алдынғылар иҫәбендә, былтыр рекордлы күрһәткескә өлгөшеп 2 миллион 700 мең квадрат метр  файҙаланыуға тапшырылған. Әммә  кешеләрҙең фатирлы булыу теләге менән файҙаланып  кеҫә ҡалынайтыусылар, мутлашыусылар ҙа юҡ түгел.  2010-2012 йылдарҙа Рөстәм Хәмитов төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың проблемаһын шәхсән күҙәтеүгә алып,  алданған 3 мең кешенең фатир мәсьәләһе хәл ителгәйне. Әммә һуңғы осорҙа был проблема йәнә ҡалҡып сыҡты.  Күпселек һуңғы аҡсаһын йыйып торлаҡ алырға тырыша, ә һеҙ уларҙы урамда торғоҙоп ҡалдыраһығыҙ. Һыуҙан ҡоро сығыу хаҡында уйламағыҙ, үҙ ҡылығығыҙ өсөн яуап тоторға тейешһегеҙ,  тине Республика башлығы.
Республика башлығы әйтеүенсә, уның почтаһына өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙан хаттар күп килә.  Өфөлә күптән түгел генә «Дуҫлыҡ-строй» торлаҡ-төҙөлөш  кооперативына аҡса һалып фатирһыҙ ҡалыусылар ике көнлөк аслыҡ иғлан итте. Башҡортостан етәкселеге был осраҡ буйынса тикшереү үткәреләсәген белдергәс кенә митинг туҡтатылды. Әммә киләсәктә  проблема етди күҙәтеүгә алынырға тейеш. Рөстәм Хәмитов депутаттарға  өлөшләтә төҙөлөш буйынса ҡануни базаны камиллаштырыу бурысын да ҡуйҙы. Муниципаль берәмек етәкселәре битараф ҡалмаҫҡа тейеш, был эшкә хоҡуҡ һағында тороусыларҙы ла йәлеп итеү мотлаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика