Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар  буйынса яҡын арала ҙур кәңәшмә үткәреләсәк 06.07.2017

Был турала бөгөн Республика башлғы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында белдерҙе. Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләп алданыусыларҙы хоҡуҡи яҡлау  йәһәтенән тәҡдимдәр индереү мотлаҡ, әле республикала был категорияға инеүселәр  иҫәбе 2 мең тирәһе, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк башлығы республикалағы социаль-иҡтисади  үҫешкә байҡау яһап, депутаттар алдындағы бурыстарҙы ла билдәләне.

Балалар басаларына ташламалар һаҡлап ҡалынған, беренсе балаһы  донъяға килгән ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөкинлеге ҡаралған. Был социаль өлкәләге эшмәкәрлектең бәләкәй генә өлөшө, ыңғай үҙгәрештәрҙе башҡа тармаҡтарҙа ла барларға мөмкин. Республика парламенты уңышлы, әүҙем эш алып бара, 5 йыллыҡ дистанцияның күбеһе үтелгән, алда тағы бер йыл, тине Республика башлығы.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Быйыл тәүге  4 айҙа демографик күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда 11 процентҡа кәмегән. Эшләүсе халыҡтың яртыһы тиерлек 20 мең хеҙмәт хаҡы  ала. Был мәсьәләләр етди анализ һәм хәл итеү юлдары талап итә. Өлөшлөтә төҙөлөштә  ҡатнашып алданыусылар һаны 2 меңгә еткән, хоҡуҡи яҡлау буйынса тәҡдимдәр индереү мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Яҡын арала ошо проблема буйынса ҙур кәңәшмә уҙғарыу ҡарала. Ә бына финанс системала, туризм өлкәһендәге  үҙгәрештәр ыңғай.
Парламенттың бөгөнгө ултырышында ла  2 тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Улар араһында бюджет системаһы, торлаҡ тәьминәте, һайлауҙарға ҡағылышлы ҡануни документтар бар. Мәҫәлән, беренсе уҡыҙа үткән умартасылыҡ тураһындағы закон проекты ситтән ауырыу бал ҡорттарын индереүҙе тыйыуҙы күҙ уңында тота.
Халыҡтың тын алышын тойоп эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин, ә проблемаларҙан ҡасып башты ҡомға йәшерергә ярамай. Сөнки
Республика башлғы матбуғат сараларына социаль оптимизмды һаҡларға ла ҡушты, был күренеш нефть менән газға ҡарағанда ла мөһимерәк тине Рөстәм Хәмитов. Ә нефть темаһына килгәндә, «Башнефть» заводтарындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә яҡынса 45 миллиарт һум аҡса талап ителә. Нуриман районында юлдарҙы төҙөкләндереү кәрәклеге лә билдәләп үтелде. Йөк машиналары  юлдарҙы иҙеп юҡҡа сығара, ә ябай халыҡ ыҙа сигә. Республика башлығы проблеманы хәл итеү, тәртип урынлаштырыу бурысын ҡуйҙы.  Алда мөһим сәйәси компаниялар- Рәсәй Президентын, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙар тора, әҙерлекте әле үк башлау мөһим, тине төбәк башлығы.
Әлеге заман халҡы белемле, үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белә, аныҡ талаптар ҡуя, уларҙы ишетә белергә кәрәк.  Власть органдары, депутаттар халыҡ фекеренә таянып эш итергә тейеш.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 44-се ултырышы яҙғы сессияла һуңғыһы. Алда-йәйге каникулдар. Әммә депутаттар өсөн ул район-ҡалалар буйлап эш сәфәрҙәре, йәмәғәтселек менән осрашыуҙар мәле. Сөнки халыҡтың ышанысын яулау, аҡлау өсөн һәр саҡта сафта булыу, тынғыһыҙ эшмәкәрлек талап итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика