Кооперация һәм бер-береңә ярҙам мәғарифты яңы кимәлгә күтәрәсәк 18.05.2017

Рөстәм Хәмитов Әзербайжан республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Метин Баласен улы Эйнуллаев менән осрашыуҙа ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтеү кәрәклеген белдерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлек студенттар менән алмашыныуға ғына түгел, фәнни һәм гуманитар, мәҙәни өлкәләрҙе лә үҙ эсенә алырға тейеш. Башҡортостан барлыҡ башланғыстарҙы ла хуплай һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, тине ул.  Рөстәм Хәмитов Әзербайжан университеттары менән электрон белем биреү ойоштороу теләген белдерҙе.
Метин Эйнуллаев Башҡортостанда нефть, агросәнәғәт комплексына белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу теләген әйтте. Берҙәм фәнни эштәр, ғилми тикшеренеүҙәр алып барғанда ике яҡ өсөн дә отошло булыр ине, тине Әзербайжан вәкиле.
Метин Эйнуллаев, Әзербайжандың мәғариф министры урынбаҫары: «Артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн ике яҡтың да потенциалы юғары. Осрашыуҙа мәғариф өлкәһен үҫтереү юлдары ентекле өйрәнелде. Беҙҙә Рәсәйҙең алдынғы вуздарының ике филиалы бар. Әзербайжандын әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарының филиалдарын Рәсәйҙә ойоштороу ҙа яҡшы булыр ине. Тығыҙ хеҙмәттәшлеккә беҙ әҙер».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика