Контрафакт тауарҙарға ҡаршы көрәште көсәйтеү мотлаҡ 18.09.2015

Был  турала бөгөн Республика Башлығы   сәнәғәт продукцияһының  законһыҙ әйләнешенә арналған комиссия ултырышында белдерҙе.

Комиссия Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә ойошторолған, бөгөн тәүге ултырыш.  Әлеге ваҡытта  легаль булмаған продукция ил баҙарының 30- 40 процентын биләй. Был тәү сиратта кейем-һалым,  уйынсыҡтар, аҙыҡ-түлек, алкоголле эсемлектәр һәм дарыуҙар.  Рәсәйҙең  еңел сәнәғәт буйынса эшҡыуарҙар  союзы мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын илгә 3 триллион һумлыҡ котрафакт тауар индерелә. Һөҙөмтәлә бюджет йыл һайын 200 миллиард һум һалым һәм таможня түләүҙәрен юғалта. Бөгөн легаль булмаған тауарҙар автомобиль һәм ауыл хужалығы техникаһы баҙарына үтеп инә бара. Уларға ҡуйылған  запас частарҙең өстән бер өлөшө контрафакт. Законһыҙ әйләнештәге тауарҙар республика иҡтисадына ла зыян килтерә. Мәҫәлән, тәүге ярты йыллыҡта  яҡынса  Башҡортостан предприятиелары 2 миилиард 608 миллион һумлыҡ туҡыма һәм кейем-һалым һатыуға сығарған, котрафакт тауарҙар булмаһа был һан тағы юғарыраҡ булыр ине.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, граждандар  самолеттарын һәм вертолеттарын ремонтлауҙа  5 процент контрафакт компоненттар ҡулланылыуы билдәле. Ә был  күренештең бәхетһеҙ осраҡтарға килтереүе  ихтимал. Комиссия ултырышында  законһыҙ әйләнештәге тауарҙарға ҡаршы көрәш алымдарын көсәйтеү алымдары билдәләнде. Әле уның проекты әҙерләнә. Был эштә ҡәтғи саралар күреү мотлаҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары,  муниципаль берәмектәрҙе, матбуғат сараларын  йәлеп итеү талап ителә.  Контрафакт алдында бар ишектәр ҙә ябылырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика