Кисә Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума килгәйне, ә бөгөн иртән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон самолетын да ҡабул итте

Кисә Башҡортостанға Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума килгәйне, ә бөгөн иртән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон самолетын да ҡабул итте 08.07.2015

Сит ил вәкилен Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Әйткәндәй, Тажикстан былтыр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эстафетаһын тап Башҡортостанға тапшырғайны.  Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Тажикстандың Хатлон өлкәһе хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.  

2014 йылда яҡтар араһындағы тауар әйләнеше  67 миллион доллар самаһы тәшкил иткән. Әле ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡарала. Тажиктар Башҡортостанға күпләп  йәшелсә-емеш индерергә ниәтләй. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, ҡунаҡтар йәштәрҙең Башҡортостанда белем алырға теләүен белдерә. Быйыл республика юғары уҡыу йорттарында 70 студент белем алған, киләсәктә күрһәткесте арттырырға мөмкин. Тап шуның өсөн дә  әлеге минуттарҙа Тажикстан Президенты Өфө дәүләт нефть техник университеты менән яҡындан таныша.  Һуңынан инде уның Рәсәй Президенты менән осрашыуы көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика