Кировта үткән Волга буйы федераль округы советы ултырышында заманса медицина мәсьәләләре тикшерелде 11.12.2015

Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Осрашыуҙа юғары технологиялы операцияларҙы арттырыу мөһимлеге, медицина учреждениеларын системалы оптимәлләштереү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ аҡ халатлыларҙың эш хаҡы,  һирәк сир менән яфаланыусыларға финанс ярҙамы күрһәтеү ҙә көнүҙәк проблемаға әүерелгән. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе, атап әйткәндә, дарыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүҙе федераль кимәлдә хәл итергә кәрәк.  Бының өсөн хаҡтарҙы барлыҡ этаптарҙа ла - етештереүселәрҙән алып дарыухана кәштәләренә урынлаштырыуға тиклем  контролгә алыу фарыз, тиелде кәңәшмәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика