Киләсәктең социаль дәүләте

Киләсәктең социаль дәүләте 22.01.2018

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округы социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең  форумы башланды. Башҡортостан абруйлы сараны ҡабул иткән өсөнсө төбәк.  Форумда социаль  өлкәгә һанлы, заманса  технологияларҙы индереү,  социаль яҡлау һәм  хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу,  тигеҙ хоҡуҡтар,  уңайлы мөмкинлектәр булдырыу хаҡында һүҙ бара. Сессия ваҡытында  ҡаралған тәҡдимдәр «Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге» юл картаһына инә һәм ҡануни системала сағылыш табасаҡ.

Мәүләүи Шәмси улы  менән Рәмзилә Мәхмүт ҡыҙын тәү ҡарашҡа бер ғаилә тип уйларға мөмкин. Ысынбарлыҡта иһә ханым ирҙе  тәрбиәгә алған.  70 йәшлек Мәүләүи Миңлеғәлиев быға тиклем ятаҡта йәшәгән,  балалары  юҡ.   Ишетеү һәләте насарайған иргә яңғыҙ тормош көтөүе йылдан-йыл ауырлаша. Мәүләүи Шәмси улының  бәхетенә Башҡортостанда яңы программа тормошҡа ашырыла башлай, уға ярашлы,  балалар ғына түгел. оло йәштәгеләр ҙә тәрбиәгә  алына.
Башҡортостанды социаль эшмәкәрлек буйынса тәжрибә майҙансығы тип атарға мөмкин.  Әле республикала башланғыс алған «социаль няня» проекты тотош илгә таратыла. Коммерция булмаған ойошмаларҙы  социаль секторға йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле  эш бара.
Шуға күрә  Волга буйы федераль округының форумы тап Өфөлә үтеүе лә осраҡлы түгел. Һөйләшеү, һорауҙар биш йүнәлеш буйынса ҡарала.  Мәҫәлән, демографик күрһәткестәрҙе күтәреү, социаль яҡлау, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр  өсөн уңайлы мөхит,  системаға  яңы технологияларҙы индереү һәм башҡалар. Мәҫәлән, бер секцияла бай киләсәк хаҡында һүҙ бара,  йәғни эш урындарын, хеҙмәт хаҡын арттырыу, шарттар тыуҙырыу мәсьәләһе күтәрелә. Был  темаға йүнселдәргә ташламалар ҙа,  рәсми рәүештә эшкә урынлашыу ҙа инә.  
Социаль өлкәнең эшмәкәрлеге пособиелар түләүгә генә ҡайтып ҡалмай.  Был сектор  бөтә йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, ғаиләне, балалыҡты яҡлауҙан  алып йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү,  өлкән быуынды ҡурсалауға тиклем. Мәҫәлән, күрше Татарстандар реабилитация үҙәктәрен арттырыу яҡлы.
Фоум ике көн дауам итә. Әлбитә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә  бар проблемаларҙы яҡтыртыу мөмкин түгел. Әммә бер үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап та уңышҡа өлгәшеп булмай, ә ғәҙел ҡарарҙар бәхәс, фекер алышыуҙар мәлендә тыуа.
Әле илдә  был тармаҡта эшләгән 600 мең тирәһе  белгес иҫәпләнә. Улар йыл һайын 10 миллион тирәһе кешене хеҙмәтләндерә.   Һәм ошо форумдың эшмәкрлегенә уларҙың яҙмышы, киләсәге бәйле.
Социаль өлкә-дәүләттең көҙгөһө. Халыҡтың йәшәйеше, тормош сифатына ҡарап теге йәки был төбкәтә иҡтисади тотороҡлоҡ, үҫеш кимәлен күҙалларға мөмкин. Башҡортостанда социаль өлкә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, әммә хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Был мәсьәләләр, уларҙа хәл итеү юлдары бөгөнгө программала ла сағылыш тапҡан. Киләсктә  форум ҡарарҙары Рәсәйҙең социаль киләсәге юл картаһына һәм ҡанундар нигеҙенә ятырға тейеш.  



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку