Киләһе йыл Рәсәйҙә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы тип иғлан ителеүе ихтимал 04.12.2014

Был тәҡдимде Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Ил башлығы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа күңелһеҙ күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә демографик үҫеш күҙәтелә. Шулай ҙа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу мөһим, 2015 йылды ла ошо тармаҡты камиллаштырыуға арнаһаҡ яҡшы булыр, тине ул. Әйткәндәй , мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау ил тарихында 21-се тапҡыр. Путин иһә ун беренсегә мөрәжәғәт итә.

Ил башлығы Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән быйыл икенсе тапҡыр сығыш яһай. Тәүгеһе март айында ,Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғас, сираттан тыш булды.  Был юлы ла Владимир Путин үҙ сығышын ил берҙәмлеге, милләттәр татыулығынан башланы. Ил халҡына дәүләттең киләсәге хәл ителгән һынылышлы мәлдәрҙә ярҙам  һәм теләктәшлек белдергәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.  Рәсәй үҙ мөмкинлектәренә ышана һәм маҡсаттарына ирешә ала. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы,  тарихи берләшеү ошоға асыҡ дәлил, тине Путин.  Украиналағы хәлдәргә баһа биреп ил башлығы һәр дәүләт үҙ үҫеш юлына хоҡуҡлы һәм беҙ уға ихтирамлы мөнәсәбәттә тине. Ә инде халыҡтар мәнфәғәтен яҡлау урынына  ығы-зығы ойоштороуҙы ике йөҙлөлөк, тип атаны.
Украиналағы көрсөктө аныҡ ярҙам күрһәтеп кенә йырып сығыу мөмкин, тип белдерҙе Путин. Әммә күпте вәғәҙә иткән көнбайыш илдәре ҡоро һүҙҙән ары китә алмай. Рәсәй иһә ниндәй генә ғәйепләүҙәр булмаһын, Украинаға ярайһы уҡ ярҙам күрһәтә. Быйыл ғына илгә 33 миллиард доллар күләмендә кредит һәм финанс ярҙам күрһәтелгән. Ә сит илдәр бар булған көсөн Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүгә йүнәлтә. Ил башлығы был сараларҙың беҙгә генә түгел, башҡа сит илдәргә ,шул уҡ ваҡытта үҙҙәренә үк насар тәьҫир итеүен белдерҙе. Әммә, Рәсәйҙе санкциялар, мәжбүри алымдар ҡулланып теҙләндереү мөмкин түгел, тине ил башлығы. Быны эшләргә маташыусыларға тәүҙә ил тарихын өйрәнеү мотлаҡ. Унда беҙҙең ата-бабаларҙың үҙ ватанын илбаҫарҙарҙан нисек һаҡлауы һәм еңеүе аңлайышлы сағылыш тапҡан. Башҡа дәғүәселәр менән ҡоралланыу ярышында ҡатнашмаясаҡбыҙ, шулай ҙа үҙ хәүефһеҙлегебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ. Рәсәйҙә лә стандарттан тыш алымдар бар, тпп өҫтәне Владимир Путин.
Нисек кенә булмаһын ил башлығы Европа һәм Америка менән бәйләнештәрҙе өҙмәүен белдерҙе. Рәсәй сит ил инвесторҙары өсөн һәр ваҡыт асыҡ , тине ул.  Шул уҡ ваҡытта үҙ етештереүселәребеҙгә лә мөнәсәбәтте яҡшыртыу кәрәклеген әйтте. Киләһе йылға үҫеш йүнәлеше итеп эшҡыуарлыҡты йәйелдереү, бизнес тармағына киң мөмкинлектәр асыуҙы билдәләне. Путин фекеренсә, һәр кеше иҡтисади йәһәттән азат, үҙаллы һәм йүнсел булырға тейеш. Шул саҡта ғына ныҡлы иҡтисад төҙөү мөмкин, тине үҙ мөрәжәғәтендә.
Владимир Путин үҙ эшен башлаусыларға һалым каникулдары ойоштороу һәм сит илдән үҙ бизнесын ҡайтарыусыларға амнистия буласағын да вәғәҙә итте. Капиталды ситкә сығарыуҙы туҡтатырға һәм ил тарихында ошо .........?  тураһындағы битен  ябырға кәрәк, тине ул. Социаль өлкәгә туҡталып Президент киләһе йылды йөрәк -ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерҙе. Күңелһеҙ күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, илдә демографик хәл яҡшырҙы һәм халыҡ һаны 8 миллионға артты. Киләсәктә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын тағы ла яҡшыртыу фарыз, тиелде мөрәжәғәтнамәлә.
Ә бына мәғариф өлкәһендә аҡсалата ярҙам кәрәклеген белдерҙе. Атап әйткәндә, алдынғы ҡарашлы 5 мең мәктәп уҡыусыһына ай һайын 20 мең күләмендә грант вәғәҙә итте.  Илдә 4 миллиондан ашыу урынға белем усаҡтары төҙөү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ғөмүмән , мөрәжәғәтнамә ябай халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүгә ҡоролғайны.
Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен Президент башлаған һүҙҙәренә ауаздаш белдереүҙәр менән тамамланы. Путин әйтеүенсә, һуңғы аралағы тышҡы иҡтисади һәм сәйәси бәйләнештәр байтаҡ үҙгәрештәр талап итә. Рәсәй халҡы ваҡыт саҡырыуҙарын ҡабул итергә әҙер һәм мотлаҡ еңеп сығасаҡ, тине сығышында ил башлығы.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика