Киләһе йыл бизнесҡа күрһәтелгән дәүләт хеҙмәте һөҙөмтәләштереләсәк

Киләһе йыл бизнесҡа күрһәтелгән дәүләт хеҙмәте һөҙөмтәләштереләсәк 22.12.2015

Был аҙым республикала инвестиция климатын яҡшыртыу маҡсатында эшләнә. Юғиһә,  Башҡортостан был күрһәткестәр буйынса күпкә ҡалыша. Эшҡыуарлыҡ үҫешен тотҡарлаусы кәртәләр булырға тейеш түгел, тине Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы әйтеүенсә, бизнес даирәләре менән урындағы властан алып юғары эшелон етәкселәренә тиклем файҙалана, ә уны үҫтереүгә , уңайлы шарттар тыуҙырырға береһе лә ашыҡмай. Эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ҡулай мөхит ойоштормай тороп инвестициялар тураһында һөйләү урынһыҙ.
Республикала инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән дәүләт хеҙмәтен ябайлаштырыу юлдары барланды. Иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков был йәһәттән яңы проект тәҡдим итте. Уға ярашлы,  республикала бизнесты тотҡарлаған административ кәртәләргә көрәшеүсе махсус офис ойошторолған.  
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры:«Проект көйләүсе мөхит, бизнес институттары, инфраструктура һәм ресурстар, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йүнәлештәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.     Ул эшҡыуарҙарға күрһәтелгән барлыҡ дәүләт хеҙмәтенең ваҡытын күпкә ҡыҫҡартыуға  һәм уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика