Киләһе өс йылда - Башҡортостандың иң яҡшы биш муниципаль ойошмаһы кимәленә етеү 29.10.2016

Ҡариҙел районында йәшәүселәр алдарына ошондай  маҡсат ҡуя.

Ҡыҙҙарҙың сәпәкәй итеүе - райондың тышҡы йөҙө яҡшы яҡҡа  үҙгәреүен хуплау кеүек күренә. Һуңғы йылдарҙа Ҡариҙел ҡасабаһы күҙгә күренеп үҙгәрә. Бында яңы парктар һәм скверҙар булдырыла, районда йәшәүселәр һәм килгән ҡунаҡтар өҫтәмә ял итеү урындары төҙөлә. Төҙөкләндереүҙә заман технологиялары ла ҡулланыла.
Ҡариҙел ҡасабаһында йәшәү шарттары ла көндән-көн яҡшыра. Район үҙәгендә авария хәлендәге иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү өсөн күп фатирлы йорт төҙөлө. Бер айҙан бында 24 ғаилә өй туйлаясаҡ.
Альбина Әхмәтова,Ҡариҙел районының баш архитекторы: «Тышҡы инженер селтәрҙәре үткрелгән. Йылытыу үҙәк ҡаҙанлыҡтан башҡарыласаҡ. Һыу селтәре тоташтырыла. Электр тәъминәте лә булдырылған. Эске биҙәү эштәрен теүәлләргә генә ҡалды».
Тәү ҡарашҡа быға ышанып булмаһа ла,Ҡариҙел Өфөгә яҡынаясаҡ. Район советы йыйылышында бер тауыштан икенсе мөҙҙәткә һайланыусы урындағы хакимиәт башлығы  2018 йылға тиклем райондың үҫеш стратегияһын билдәләне. Республиканың бер быуатлыҡ юилейын билдәләү сиктәрендә Өфө йылғаһы аша капиталь күпер һәм Таҫтүбә-Һатҡы-Ҡариҙел юлын төҙөү планлаштырыла. Урман сәнәғәтен үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау, ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү. Пландар ҙур, әммә тормошҡа ашырҙай.
Сергей Новиков, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры: «Кәңәшмәлә билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн яҡын арала эш башларға кәрәк. Ҡариҙел районы хакимиәтенең пландары ҙур -  Башҡортостандың иң алдынғы биш муниципаль берәмеге исемлегенә инеү».
Районда йәшәүсе халыҡ менән осрашыу барышында Илдар Ғарифуллин Ҡариҙелде артабан үҫтереү буйынса залда ултырыусыларҙан кәңәш һораны. Онлайн тауыш биреү барышында күпселек туризмды йәүнәлешен  үҫтереүгә өҫтөнлөк бирҙе.
Ҡариҙелде ожмах һәм курорт төбәге тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Икесе мөҙҙәткә һайланыусы хакимиәт башлығы райондың 2016-2018 йылдарға үҫеш стратегияһын билдәләне. Ул үҙ эсенә урман хужалығын, агросәнәғәтте, туризмды үҫтереүҙе, халыҡҡа йәшәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы, районға күпләп инвестициялар йәлеп итеүҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика