Киләһе курорт миҙгеленә Ҡара диңгеҙ буйында Башҡортостандың үҙ балалар шифаханаһы барлыҡҡа киләсәк

Киләһе курорт миҙгеленә Ҡара диңгеҙ буйында Башҡортостандың үҙ балалар шифаханаһы барлыҡҡа киләсәк 07.07.2017

Был турала Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым етәксеһе Сергей Аксёнов араһында үткән һөйләшеүҙә килешелде. Йыл әйнәнәһенә эшләйәсәк лагерь биш меңгә яҡын баланы ҡабул итер тик көтөлә.  

Яҡтар араһында Ҡырымда үткән осрашыуҙа хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл майҙа Сергей Аксёнов рәйеслегендәге рәсми һәм эшлекле даирәләр делегацияһы Өфөлә булып ҡайтҡайны. Уның составына республика хөкүмәте ағзалары һәм Ҡырымдың Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән предприятиелары етәкселәре инде. Был юлы инде беҙҙең республика делегацияһы ла яуап сәфәре менән ярымутрауға барҙы. Төбәк етәкселәре ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа Сергей Аксенов Евпатория ҡалаһындағы «Юбилейный» балалар шифаханаһы Башҡортостанға тапшырылыуы тураһында әйтте. Әлбиттә, ял йортон ремонтлау өсөн ҙур сығымдар талап ителәсәк. Әммә республика башлығы билдәләүенсә, шифахананы төҙөкләндереүгә һәм уның матди базаһын нығытыуға аҡса йәлләнмәйәсәк.  
Осрашыуҙа  Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы араһындағы Меморандумға ҡул ҡуйылды. Ярымутрауға сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ шефлыҡҡа алынған Белогорск районының социаль-иҡтисади хәле менән танышасаҡ. Сергей Аксенов ярҙамға рәхмәтен белдерҙе һәм артабан да хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.  Башҡортостан делегацияһы Белогорск районында «Рәсәйгә ант» тип аталған төбәк-ара фестивалдә лә ҡатнаша. Ул Башҡортостан һәм Ҡырымдың Рус дәүләтенә ҡушылыуының юбилей даталарына арнап ойошторола. Фестивалде берлектә уҙғарыу тураһында Ҡырым вәкилдәренең Башҡортостанда рәсми сәфәре барышында килешелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика