Киләһе аҙнала республика парламентының президиум ултырышында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад өлкәләренән тыш,  импортты алыштырыу һәм Башҡортостан тауарҙарына өҫтөнлөк биреү сәйәсәтенә ҡағылышлы закон проекттар ҡараласаҡ 17.06.2015

Уларҙың береһе буйынса ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр алған кредиттың процент өлөшө субсидия ярҙамында ҡапланыуы ихтимал. Шулай уҡ көн тәртибендә сәнәғәт сәйәсәтенә ҡағылышлы закон проекты ла бар.

Федераль законға нигеҙләнгән документ менән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова таныштыра.  Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары  «Халыҡ дружиналары хаҡында» закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Уның буйынса граждандар йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнаша ала. Документта республикала халыҡ дружиналары штабын төҙөү тәҡдим ителә. Полиция менән штаттан тыш хеҙмәттәшлек, хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендә йәмәғәт берләшмәләрен булдырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика