Хеҙмәттәшлекте нығытыуға йәшел ут 23.10.2015

Бөгөн Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы тамамланды. Күләмле сарала донъяның ике тиҫтәнән ашыу иленән мең ярым самаһы кеше ҡатнашты. Йыйын киләсәктә дәүләттәр араһындағы хеҙмәт¬тәш¬лекте, иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән әһәмиәтле булмаҡсы. Һәр хәлдә форум сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында дүрт эшҡыуарлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Ҡырғыҙстандан килгән Сайҙилла Чымбардиев хәҙер башҡорт  балының даны тураһында ишетеп кенә белмәй. Сөнки уға Өфөлә үткән форумда ҡатнашыу бәхете тейгән. Осрашыуҙа кирбес заводы етәксеһе Башҡортостан менән бәйләнеш булдырырға ниәтләй. Бының өсөн етди сәбәп тә бар.  
Сайҙилла Чымбардиев, кирбес заводы етәксеһе: «Әлегә тиклем завод өсөн кәрәкле материалдарҙы Ҡытайҙан алып килдек. Әммә беҙҙең ил менән Рәсәй араһында Таможня союзы булдырылғандан һуң бизнес өсөн  уңайлы шарттар тыуҙырылды. Шуға ла беҙ хәҙер башлыса һеҙҙең ил менән хеҙмәттәшлек итеү юлдарын өйрәнебеҙ».
Форум һөҙөмтәләре буйынса Көньяҡ Африка Республиканыһың Лимпопо провинцияһы ауыл хужалығы буйынса хеҙмәттәшлек итергә йыйына. Иң беренсе улар зебра һөтөнән ҡымыҙ эшләп ҡарарға иҫәп тота. Бының өсөн, әлбиттә башҡорт технологияларын ҡулланырға ниәтләйҙәр.
Джойс Мэтшог, Көньяҡ Африка республикаһы Лимпопо провинцияһының ауыл хужалығы министры: «Зебра ул йылҡының бер төрө. Шуға ла уның һөтөнән яҡшы ҡымыҙ килеп сығыр тип уйлайбыҙ. Етмәһә, бының өсөн Башҡортостан вәкилдәре ярҙам итергә ышандырҙы».
Форумдың программаһы тығыҙ һәм бай булды. Бөгөн дә унда ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп  эшҡыуарҙарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, шулай уҡ хеҙмәттәшлекте үҫтереү пландары менән бүлеште.  
Форумда Рәсәйҙең 51 төбәгенән һәм донъяның 21 иленән бер мең ярым самаһы кеше ҡатнашты. Улар араһында ШОС һәм БРИКС илдәренә ҡарамаған дәүләт вәкилдәре лә булды. Ни тиһәң дә, бизнес өсөн Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар кәртә була алмай.
Форум һөҙөмтәләре буйынса  резолюция ҡабул ителде. Унда эшҡыуарҙар йыйынында күтәрелгән бик күп мәьәләләр сағылыш тапты.  
Өфөлә үткән мәртәбәле форум Рәсәй һәм сит ил йүнселдәре араһында эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыуға йүнәлтелде. Әгәр ҙә бизнесс-берләшмә өсөн бындай осрашыу һөҙөмтәле тип табылһа, Башҡортостан уны йыл һайын ойошторорға әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика