Хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәүсе предприятиеларға аяу булмаясаҡ

Хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәүсе предприятиеларға аяу булмаясаҡ 02.11.2015

Республика Хөкүмәте хәлде ҡырҡа үҙгәртергә иҫәп тота. Ҡайһы бер эш биреүселәргә енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ла мөмкин.  

Әле төбәктә эш хаҡы буйынса бурыс 200 миллион һумға барып етә. Һүҙ меңләгән хеҙмәткәр тураһында бара, ә уларҙың ғаиләләрен иҫәпкә алғанда, мәсьәлә үтә лә киҫкен икәнлеге аңлашыла. Эш хаҡын ваҡытында түләмәүсе иң күп предприятиелар Өфө, Октябрьский, Туймазы ҡалаларында урынлашҡан. Ҡара исемлектә эшкәртеү тармағы ойошмалары беренсе урында.
Хөкүмәт ултырышында эш хаҡын бер нисә ай ғына түгел, ә йылдар буйы көткән хеҙмәткәрҙәр ҙә бар тип билдәләнде. Ҡайһы бер предприятиелар исеме бындай ултырыштарҙа даими яңғырай, улар араһында «Башҡортостан туҡыма комбинаты», «Автоприбор», «Энерготехсервис», «Иглин урманы», «Дыуан урманы» һәм башҡа предприятиелар бар. Бурыстың яртыһын тиерлек банкрот ойошмалар булдыра, был осраҡта мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү айырыуса ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, бының менән килешергә ярамай тип билдәләне Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. Төбәк башлығы эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү өсөн ҡаты саралар ҡабул итергә саҡырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика