Хеҙмәт ресурстарын күләгәнән нисек сығарырға?

Хеҙмәт ресурстарын  күләгәнән нисек сығарырға? 26.01.2016

Бөгөн Өфөлә БРИКС илдәре министрҙары формаль булмаған мәшғүллек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ошондай форматта уҙғарылған тәүге форум иҡтисади үҫеш  кисергән илдәрҙең уртаҡ  проблемаларына арналды. Уларҙың береһе йәмғиәттә килешеүҙәр төҙөмәй һәм һөҙөмтәлә социаль гарантияларһыҙ эшләүсе хеҙмәткә һәләтле кешеләр ҡатламының киң таралыуы.  Осрашыуҙа ҡатнашыусылар формаль булмаған мәшғүллекте кәметеү буйынса уртаҡ тәҡдимдәр эҙләне.    
Агарвал Шанкар, Һиндостан хөкүмәте секретары: «Был мәсьәлә буйынса ниндәйҙер әҙер ҡарарым һәм уны хәл итер тылсымлы таяғым да юҡ. Әммә һәр ҡайһыбыҙ өсөн уртаҡ мәсьәләне бергә тикшереп, тейешле ҡарар ҡабул итә алырбыҙ, тип уйлайым».  
Үҙ сиратында Бөтә донъя банкы һәм  Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу ойошмаһы вәкилдәре хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырырға саҡырҙы. Атап әйткәндә, халыҡ-ара ойошма вәкилдәре күләгәнән сығыусы хеҙмәткәрҙәргә льготалы һалым түләү һәм  сифатлы социаль гарантиялар булдырырға тәҡдим итергә кәңәш бирҙе.  
Сандра Поласки, халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары: «Бөтә донъяла иҡтисади хәл насарайғанда, халыҡҡа социаль гарантиялар һаҡлау мөһим мәсьәлә. Был кеше хоҡуҡтарын яҡлауға ғына түгел, иҡтисади үҫешкә  лә йоғонто яһай. Лайыҡлы эш хаҡы һәм пособиелар һаҡлап ҡалыу автоматик рәүештә эш урындары һәм һалым түләүҙәрен һаҡлауға булышлыҡ итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика