Хеҙмәт алдынғыларына юғары баһа 30.09.2016

Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе  Сергей Молчанов төрлө өлкәләрҙә эшләгән 50-нән ашыу кешегә  дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ул залда ултырыусыларҙы тәбрикләп, һеҙ үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы,  Башҡортостан  үҫешендә һеҙҙең дә тос өлөшөгөҙ ҙур тип билдәләп үтте. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре: ауыл хужалығы, төҙөлөш, сәнәғәт, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Әммә уларҙың барыһын да уртаҡ маҡсат бәйләй, республиканың киләсәге өсөн тырышып эшләү. Ошондай кешеләрҙең береһе иҡтисади фәндәр кандидаты Салауат Әминев. Әлеге көндә ул Мәскәүҙә техник-иҡтисади ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй.  Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Бүләкләнеүселәрҙең   күбеһе юғары дәүләт наградаларын аванс булараҡ ҡабул итә. Был ышанысты  артабан да  фиҙаҡәр хеҙмәтең менән аҡлау мотлаҡ. Һәр кем үҙ эш урынында тырышып эшләргә, яңынан-яңы уңыштар ҡаҙанырға тейеш. Шул ваҡытта ғына илдә үҫеш буласаҡ, ти бүләкләнеүселәр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика