Хаталарҙы төҙәтеүгә ике ай ваҡыт 29.12.2015

Башҡортостан башлығы    республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеген дәүләт аҡсаһын туҙҙырыуҙа ғәйепләне.

Рөстәм Хәмитов был турала  Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының республика төбәк бүлексәһе рәйестәштәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Әлеге мәлдә сәләмәтлек һағында тороусылар үҙебеҙҙә сығарылған медицина парепараттарын сит илдән ҡиммәткә  һатып ала. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  дәүләт  заказындағы  бер позиция буйынса ғына ла  30-40 миллион һум аҡсаны  кеҫәлә ҡалдырып булыр ине. Ул аҡсаны ҡатмарлы хирургик операцияларға йәки дауаханаларҙы йыһазландырыуға йүнәлтергә мөмкин.  Әлбиттә, был уникаль медицина препараттарына ҡағылмай.  Шул уҡ ваҡытта операция мәлендә ҡан туҡтатыу өсөн ҡулланылған  гемостатиктарҙы, шәкәр диабеты менән яфаланыусыларға бирелгән инсулинды һәм башҡа ябай кәрәк-яраҡтарҙы үҙебеҙҙә һатып алырға мөмкин.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйестәштәре осрашыуҙа башҡарылған эштәргә байҡау яһау менән бер рәттән, киләсәккә эш йүнәлештәрен дә билдәләне. Улар тиҫтәнән ашыу эш планын үҙ эсенә алған тәҡдимдәрен дә  тапшырҙы. Документта  йәмәғәтселектең дә фекерҙәре иҫәпкә алынған. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты хәрәкәте вәкилдәре әйтеүенсә, ике йыл эш дауамында  дәүләт, муниципаль системала  бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу буйынса тәртип урынлаштырып  барыла. Әммә әле хәл итәһе проблемалар ҙа етерлек. Мәҫәлән,  билдәле корпорацияларҙа...  Күптән түгел  «Роснано» компанияһының шаулатып корпоратив үткәреүе, хеҙмәткәрҙәренә ике-өсләтә премия бирергә вәғәҙәләүе йәмәғәтселектә шау-шыу тыуҙырғайны.  Ошо күренештән һуң дәүләт компанияларында тәртип урынлаштырыу маҡсаты ла тора, халыҡтан йыйылған һалым аҡсаһына байрам итеү оят булырға тейеш, ти  төбәк бүлексәһенең рәйестәше Эльвира Айытҡолова.  Илдең аҡса туҙҙырыусылар буйынса төҙөлгән таблицаһына «Башнефть» компнияһы ла ингән,  ул беренсе урынды биләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика