Халыҡты  авариялағы йорттарҙан күсереү иҫәбенә кеҫә ҡалынайтырға теләүселәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ 11.03.2015

Был турала бөгөн Республика етәксеһе  Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу фондының күҙәтеү советы рәйесе   Сергей Степашин һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле Башҡортостанда торлаҡ фондын яңыртыу, иҫке йорттарҙан күсереү уңышлы  бара, әммә проблемалар ҙа бар. Ҡайһы бер намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмалары ошо программа менән  файҙаланып еңел аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, Нефтекаманың Әмзә ҡасабаһында иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе сифатһыҙ итеп төҙөлгән фатирҙарға күсерергә йыйынғандар, әле был осраҡ буйынса тикшереү бара, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика