Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Владимир Путин Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Владимир Путин  Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе 04.11.2014

«Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым.

Рәсәй һәр ваҡыт Тыуған ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына бөйөк ижади  маҡсаттар тирәләй берләшеүсе халыҡтар берҙәмлеге һәм ойошҡанлығы традициялары менән көслө булды. Ватанға һөйөү, милли тарихҡа, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығына хөрмәт кеүек ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәр быуаттан-быуатҡа, быуындан-быуынға күсеп килә. Был күсәгилешлелек беҙҙең дәүләтселегебеҙҙең ныҡлы нигеҙе булып тора, ил алдындағы мөһим, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңышҡа ирешергә ярҙам итә».
Ил башлығы Башҡортостан Президентына билдәләнгән уй-маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуын һәм һәр нәмәлә изгелек теләне.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку