Халыҡ дружиналары хаҡындағы законға үҙгәрештәр индерелә

Халыҡ дружиналары хаҡындағы законға үҙгәрештәр индерелә 28.11.2016

Иртәгә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡануни документҡа өҫтәмәләр буйынса Парламент тыңлауҙары уҙа.

Бөгөн иһә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында хәрәкәт ағзаларына аҡсала ярҙам бүлеү тәртибе ҡаралды. Халыҡ дружиналары хаҡындағы закон проекты 2015 йылдың йәйендә ҡабул ителде. Ошо осорҙа 7 мең кешене берләштергән 300-ҙән ашыу дружина барлыҡҡа килгән.
Улар тәртип һағында тороусыларға булышлыҡ итә һәм юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ҡатнаша. Быйыл ун ай һөҙөмтәләре буйынса халыҡ дружиналары  ярҙамы менән 117 енәйәт эше асыҡланған. Хәрәкәт ағзалары  йәмәғәт эшендә бушлай, үҙ теләге менән ҡатнаша.  Әммә бөгөнгө хөкүмәт президиумы ултырышында  уларға  бер тапҡыр бирелә торған пособие түләү хаҡында һүҙ барҙы. Шулай уҡ улар рейдҡа сыҡҡанда ҡазаға осраһа  резерв фондынан аҡса бүлеү мөмкинлеге лә ҡаралды. Ултырышта билдәләнеүенсә, ошоға тиклем   фажиғәғә тарыусылар теркәлмәгән.
Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ еңел сәнәғәт предприятиеларының сеймал алыуға киткән аҡсаһының бер өлөшөн республика ҡаҙнаһынан ҡаплау тураһында ла һүҙ барҙы. Әммә материалдар  Рәсәй биләмәһендә теркәлгән  етештереүселәрҙән һатып алынырға тейеш. 2013 йылда 30 миллион һумлыҡ субсидия бирелеп 5 еңел сәнәғәт предприятиеһының сеймалға сығымдары өлөшләтә ҡапланһа, 2015 йылда  аҡса күләме  84 миллион һумдан артҡан, барлығы 11  предприятиеға ярҙам күрһәтелгән. Республиканың сәнәғәт һәм инновация министры Алексей Карпухин билдәләүенсә, субсидия продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү мөмкинлеге биргән. Быйыл тармаҡ предприятиелары 3 миллиард һумлыҡ тауар етештергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика