Халыҡ һайлауға килеүен дауам итә 14.09.2014

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге 317-се һайлау участкаһында ла сәйәси кампания әүҙем бара. Был районда башлыса оло йәштәгеләр йәшәй. Бөгөн уларҙың иң өлкәне - 102 йәшлек Юлиә Рознина ла гражданлыҡ бурысын  үтәне.

Орджоникидзе районындағы 83-сө лицейҙа урынлашҡан 317-се һайлау участкаһында 2600 кеше теркәлгән. Иң ҙур участкаларҙың береһенә һайлаусылар иртәнге сәғәт һигеҙҙән килә башлаған. Уларҙың күптәре - оло быуын кешеләре. Үҙ тауышын биреүселәр араһында һикһәнде үткәндәр ҙә бар, хатта 97 йәшлек уҙаман да гражданлыҡ бурысын үҙе килеп үтәргә теләк белдергән. Таяҡҡа таянып һайлау участкаһына килгән өлкәндәрҙән йәштәргә өлгө алырға ғына ҡала.
 Алла Цыбина, 317-се һайлау участкаһы рәйесе: «Һайлауға әҙерлек тейешле кимәлдә барҙы, бюллетендәр етерлек. Көндөң беренсе яртыһында өлкәндәр әүҙемлек күрһәтте. Урта быуын һәм йәштәрҙе лә баҡса участкаларынан ҡайтып килеп етерҙәр тип көтөп ҡалабыҙ».
 Елена Глотова, һайлаусы: «Был беҙҙең гражданлыҡ бурыс. Президентты һайлайбыҙ бит. Тауыш бирергә кәрәк. Өйҙә ятып ҡала торған ваҡыт түгел».
Участкала ике күсмә йәшник эшләй. Уларҙың береһе иң оло йәштәге һайлаусыға юлланды. 102 йәшлек Юлиә Рознина ихлас ҡаршы алды. Бер быуаттан ашыу ғүмер йәшәгән инәй нисәнсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡанын хәтерләмәй. Төбәк яҙмышы хәл ителгәндә мотлаҡ үҙ өлөшөңдө индерергә кәрәк, ти ул. 87 йәшлек Әлифә Бакаева һайлауҙы элек-электән көтөп ала. Күгәрсен районында, Салауат ҡалаһында йәшәп, баш ҡалаға күсеп килгән ханым ғүмере буйы хисапсы булып эшләгән. Почетлы һайлаусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Күсмә йәшник менән сығыу бар талаптарға ярашлы үтәлде.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика