Халыҡ-ара саммитарға әҙерлек мәсьәләләһе бөгөн Рөстәм Хәмитовтың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев менән рәсми осрашыуында  тикшерелде 15.05.2015

Әңгәмә барышында Башҡортостан башлығы республиканың халыҡ-ара форумдарға әҙер булыуын билдәләне. Был йәһәттән башҡарылған эштәрҙе барлап, Рөстәм Хәмитов республика  өсөн Рәсәйҙең халыҡ-ара ойошмала рәйеслек йылының йөкмәткеһе  айырыуса мөһим булыуы хаҡында әйтеп үтте. Төбәк башлығы белдереүенсә,  был йүнәлештә республикала төрлө проекттар тормошҡа ашырыла, көҙгөһөн  Өфөлә төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын үткәреү ҙә күҙаллана. Саммиттарҙы лайыҡлы кимәлдә үткәреп ил абруйын күтәреү, төп мәсьәлә, тине Рөстәм Хәмитов.  

Үҙ сиратында Дмитрий Мезенцев Башҡортостандың халыҡ-ара  форумға әҙерлек кимәлен юғары баһаланы. Дмитрий Мезенцевтың белдереүенсә, ШОС ойошмаһында рәйеслек йылы сиктәрендә барлығы 100-ҙән ашыу сара ҡаралған. Уларҙың  иң мөһиме - халыҡ-ара ойошмаға ҡараған дәүләттәр  башлыҡтары осрашыуы Өфөлә үтә.
Дмитрий Мезенцев, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары: «Три года назад глава республики заявил о стремлении республики принять саммиты ШОС и БРИКС, Сегодня то последовательное и проофессиональное ведение работы показывает успешность этого проекта для республики».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика