Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә республика хөкүмәтендә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде 01.06.2017

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл зат вәкилдәренә «Әсәлек даны миҙалы» тапшырылды.

Башҡортостан башлығы исеменән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне. Ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткереп ул 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө әсәләр өсөн дә ҙур байрам тип билдәләне.
«Әсәлек даны» миҙалы тағы ла 45 гүзәл зат вәкиленә тапшырылды. Ишле ғаилә бәхет сығанағы тигән фекер белдерҙе тәбрикләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар.
1998 йылдан бирле «Әсәлек даны» миҙалы 7 меңдән ашыу  ҡатын-ҡыҙға тапшырЫлған. Башҡортостанда демография күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле саралар күрелә. Был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ тип билдәләнде әсәләрҙе бүләкләү тантанаһында.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика