Халҡыбыҙҙың милли мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә

Халҡыбыҙҙың милли мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә 21.11.2015

Бөгөн тотош донъяла йәшәүсе милләттәштәребеҙ дүртенсе ҡоролтайға йыйылды. Конгресс-холл бинаһында үткән оло ҡорҙа заман, киләсәк өсөн көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Ултырышта 500-гә яҡын делегат ҡатнашты.  Башҡорт халҡының киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда тигән фекер менән килеште ҡоролтай делегаттары.

Боронғо «Өфө-2» ҡаласығына арналған экспозиция бер кемде битараф ҡалдырманы. Форумда ҡатнашыусылар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.  Башҡорттарҙың боронғо төйәгенә сәйәхәт ҡылып, ғорурлыҡ тойғоларын кисерҙе. Дүртенсе Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаттарын Конгресс-Холл бинаһында урын алған бай һәм йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы ҡалды. Унда аҫаба халыҡтың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тантана итте.
Башҡортостандың баш ҡалаһы ысын мәғәнәһендә тотош донъя башҡорттарының мәккәһе әйләнде. Замандаштарыбыҙҙың сираттағы осрашыуы милләт киләсәгенә ҡараш ташлаған, бурыстарҙы барлаған фекер алышыу майҙанын хәтерләтте.
Башҡорттар һаны буйынса дүртенсе урынды биләй. Аҫаба халыҡ булараҡ башҡорт балын, ҡурайын, башҡорт атын, рухи ҡомартҡынан «Урал батыр» эпосын тотош донъяға танытҡан милләт. Ошо нигеҙҙе һаҡлап уны үҫеп килеүсе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырыу һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы тиелде Ҡоролтайҙа.
Форумда ҡатнашыусылар төрлө өлкә темаларына ҡағылған секциялар ултырышында ҡатнашты. Милли матбуғат һорауҙарына ҡағылған ултырышта мәҫәлән, киң мәғлүмәт сараларының бөгөнгө хәле күтәрелде. Халыҡтың заманса уңайлыҡтарға күсеүе сәбәпле, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бик үк ойошҡанлы бармай. Төрлө быуын вәкилдәренең бөтөнләй интернет киңлектәре менән бәйле булмаһын өсөн уны пропогандалау юлдары күтәрелде. Ә "Инйәр" исемле ултырыштар залында йәштәр ҡорға йыйылды. Был секцияла йәш быуын көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Йәштәр ҙур ҡалаларға уҡырға китеп юғалып ҡалмаһын өсөн Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта студенттар һәм аспиранттар әүҙем эш алып бара. Уларҙы эшкә урынлаштырыу ҙа ыңғай хәл ителә.
Әйткәндәй, бынан биш йыл элек баш ҡалала ла республиканың төрлө төбәктәренән килеүсе студенттар өсөн район берлеге киң ҡолас йәйгәйне. Әммә тора-бара ул һүнеү яғына ыңғайланы. Онотҡанда бер осрашыуҙарҙы ҡабат тергеҙеү бурысы ҡуйылды. Ә ғаилә мөнәсәббәттәренә ҡағылған секция ултырышында яңғыҙҙар һәм буйҙаҡтар мәсьәләһе күтәрелде.
Әлеге минуттарҙа Ҡоролтай ултырышы дауам итә. Форум сиктәрендә күтәрелгән, милләттәштәребеҙҙе борсоған һорауҙарға бәйле ҡарарҙар ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы етәксеһе билдәләнә

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика