Хәрби тарихҡа хөрмәт 23.09.2016

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте илдең хәрби-тарихи үткәнен өйрәнеүҙә дәүләт һәм йәмғиәт көстәрен бергә туплау, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында 2013 йылдан эшләп килә.

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайында уҙған ултырышта төбәк бүлексәһенә етәксе һайланды,  алдағы йылдарға бурыстар билдәләнде. Ултырышта Башҡортостан  Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин доклад менән сығыш яһаны. Ойошманың төп маҡсаты булып Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү  тора. Фекер алышыуҙа  шулай уҡ республика райондарында хәрби-тарихи ойошмалар булдырыу күҙ уңында тотолдо.
Ултырышта төбәк бүлексәһенең етәксеһе итеп Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һайланды. Ойошма етәксеһе республиканың хәрби тарихына иғтибарҙы арттырыу мөһимлеген билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика