Хәҙерге заманда балаларҙы хәүеф аҙым һайын һағалап ҡына тора

Хәҙерге заманда балаларҙы хәүеф аҙым һайын һағалап ҡына тора 01.06.2017

Көндәлек тормошта ла, интернет киңлектәрендә лә. Шуға күрә үҫеп килгән быуын өлкәндәрҙең даими яҡлауына, ҡурсалауына мохтаж. Бөгөн Өфөлә үткән республика ата-әсәләр форумында ошо хаҡта һүҙ барҙы ла инде. Был сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторола, әммә унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың  төплө һәм уйланылған булыуын билдәләргә кәрәк. Форумда Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, илдең балалар омбудсмены Анна Кузнецова, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнашты.

Ата-әсә өсөн иң  ҙур ҡыуаныс бала йөҙөндәге бәхетле йылмайыу, әммә "Мәрхәмәт" хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре яҡшы аңлай, фалиж, аутизм кеүек  ауыр сирҙәр менән яфаланған  сабыйҙарға шатлыҡ бүләк итеү еңел генә бирелмәй.  Бәләкәй генә уңыш артында ла   белгестәрҙең тырышлығы, оҙайлы хеҙмәте ята. Шулай ҙа һөйөү, хәстәр һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа тиҫтерҙәре кеүек   тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.  
«Мәрхәмәт» фондында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова үҙәктәге шарттарҙы юғары баһаланы. Тап ошондай учреждениелар теге йәки был сиргә дусар булыусы кескәйҙәргә  дүрт стена эсендә бикләнеп ҡалмаҫҡа булышлыҡ итә, уларҙы физик һәм рухи яҡтан үҫтерә.  Балалыҡты яҡлау, ҡурсалау проблемаһы хаҡында республика форумының пленар ултырышында ла һүҙ барҙы.  Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  хәҙерге заманда,  баҙар шарттарында йәшәгән саҡта тәрбиә мәсьәләһе икенсе планға күсә бара.  Күптәр ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеүгә өҫтөнлөк бирә. Әммә балалар беҙҙең иң ҙур байлыҡ. Ошо хаҡта оноторға ярамай, тине Башҡортостан башлығы.
Балалыҡҡа ҡағылышлы проблемалар күп, бөгөнгө  заманса технологиялар осоронда   мәғлүмәти хәүефһеҙлек тигән яңы төшөнсә килеп сыҡты, йәғни балалаларға интернет киңлектәренән лә хәүеф янай. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары күҙәтелә. Ошо тәңгәлдә аңлатыу эштәре, белгестәр ярҙамы кәрәк. Балаларҙың  ҡыҙыҡһыныуҙарын тейешле юҫыҡҡа йүнәлтеү ҙә мотлаҡ, бының өсөн бушлай түңәрәктәрҙең күберәк булыуы шарт. Бөгөн иһә күп ата- әсәләрҙең балаһын ҡайҙалыр йөрөтөү мөкинлеге юҡ. Тыуым кәмеүе, һуңлап ғаилә ҡороу менән бәйле проблемалар ҙа бар.  Мәсьәләләрҙе  көйләүсе, хәл итеүсе  дәүләт учреждениеһы кәрәк, тине  Рөстәм Хәмитов. Һәм республикала Ғаилә министрлығын  ойоштороу буйынса эш алып барылыуын билдәләне.  Анна Кузнецова  ниәтте хупланы, үҙе алты бала үҫтергән ханым балаларға бәйле проблемалар менән шәхсән таныш.
Форум делегаттары билдәләүенсә,  киләсәк быуынды тәрбиәләүгә  йәмғиәттең яуаплы ҡарауы ла  мөһим. Шул уҡ ваҡытта  бар  бурысты мәктәп, педагогтар елкәһенә ауҙарыу ҙа дөрөҫ түгел. Сөнки мәңгелек ҡиммәттәр, тәү сиратта, ғаиләлә һалынырға тейеш.
Форумда ҡатнашыусылар  Ленин майҙанында  үткән  балалар байрамына ла тамаша ҡылды, майҙанда кескәй сәхнә йондоҙҙары  тарафынан бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Сарала  ҡул эштәре лә, ғаилә экспозициялары ла урын алған, быуындар күсәгилешлеге ошондай берҙәмлектән башлана ла инде. Мәҫәлән, аталы-уллы Зәйнетдиновтар байрамға ҡумыҙ тарихы хаҡында күргәҙмә материал әҙерләп килгән.
Йыр-моң, уйын менән үрелеп барһа ла, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң асылы, төп мәғәнәһе бик тәрән. Был дата  өлкәндәрҙең иғтибарын  кескәй граждандарҙың проблемаларына йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шуға күрә республика кимәлендәге тәүге ата-әсәләр форумының тап ошо көндә үтеүе бик мөһим.  Һәм уның резолюцияһында балаларҙы  хоҡуҡи яҡлау,  физик һәм рухи сәләмтлеген нығытыу, мәғлүмәти хәүефһеҙлекте тәьмин итеү,  патриотик тәрбиә биреү буйынса  ҡарарҙар сағылыш тапты.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө 1950 йылдан алып билдәләнә. Әммә быйыл был тарихи дата айырым бер иғтибар менән сорнап алынды. Байрам алдынан ил президенты Владимир Путин 2018 йылдан бала саҡтың ун йыллығы тип иғлан итеү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Яңы стратегия ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты яҡлау, демографияны күтәреү буйынса аныҡ эштәрҙе үҙ эсенә алыр тип көтөлә. Республика форумын ошо тәңгәлдәге ҙур һәм мөһим аҙым тип әйтергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика