Кеше күңеленә мәрхәмәтлек орлоҡтары сәсеү өсөн ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү мотлаҡ

Кеше күңеленә мәрхәмәтлек орлоҡтары сәсеү өсөн ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү мотлаҡ 05.07.2017

Был турала бөгөн  Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултыршта белдерелде. Хәйриә эшмәкәрәлеге, ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү буйынса Республика советы ултырышы квартал һайын үткәрә. Сарала ошо йүнәлеште камиллаштыруға ҡағылған мәсьәләләр күтәрелә.

Бөгөнгө ултырышта коммерция булмаған ойошмаларға,  үҙ ирке менән төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға  дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Ирекмәндәр хәрәкәтен камиллаштырыу өсөн дәртләндереү саралары ла ҡаралырға тейеш. Мәҫәлән,  транспорт менән тәьмин итеү, туҡландырыу, ниндәйҙер ташламалар биреү буйынса.  «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» социаль үҙәге вәкилдәре әйтеүенсә, әле хәйриә эшмәкәрлегенә уҡыусылар, студенттар  әүҙем ҡушыла, ә бына урта быуын битараф. Шуға күрә оло йәштәгеләр  был йәһәттән өлгө күрһәтергә тырыша. Улар инвалидтар, балалар йорттарына йөрөп хәлдәренән килгәнсә ярҙам күрһәтә, олоғайған көндә яңғыҙ ҡалғандарға булышлыҡ итә. Изгелек күрһәтеү кешенең тормош рәүешенә әйләнергә тейеш, ти улар.
Ә бына православ сиркәүе вәкилдәре сирлеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса  үҙәк йәки хоспис асырға уйлай. Проблема бина табыуға барып төртөлә. Шулай уҡ асарбаҡтар өсөн махсус автобус йөрөтөргә мөмкин. Транспортта уларҙы ашатыу, медицина ярҙамы күрһәтеү ойошторорға була. Был тәҡдимдәр хуплау тапты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә,  Республика советында яңғыраған тәҡдимдәр юл картаһында, йәғни  эш планында сағылыш табырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика