Карелиялағы Сямозеро күлендә булған фажиғәнән һуң Федерация Советында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса эшсе төркөм барлыҡҡа килде

Карелиялағы Сямозеро күлендә булған фажиғәнән һуң Федерация Советында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса эшсе төркөм барлыҡҡа килде 18.08.2016

Төп маҡсат - төбәктәрҙә йәйге лагерҙағы хәүефһеҙлек мәсьәләләрен бер системаға һалыу, закондарҙы камиллаштырыу. Башҡортостандан да был юҫыҡта хоҡуҡи яҡтан үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр ебәрелгән.

Бөгөн Федерация Советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республиканың ведомство етәкселәре һәм социаль йүнәлештә эшләүселәр менән осрашып, кескәйҙәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороуға бәйле киҫкен мәсьәләләргә туҡталды. Әйтәйек, республикала йәйге һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм реестры индерелергә тейеш. Лицензиялары булған ойошмалар ғына балаларҙы ҡабул итә аласаҡ. Лагерҙарҙы юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү, биләмәнең тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында булыуы ла - төп бурыстарҙың береһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика