Камил ҡануни система, тәртип һәм ғәҙеллек булғанда ғына власть органдары ла, иҡтисад та, сәйәсәт тә көслө буласаҡ 18.03.2016

Был турала бөгөн Республика башлығы  Башҡортостан судтарының эш йомғаҡтарына арналған ултырышта белдерҙе.

Былтыр Башҡортостан судтары  500 меңгә яҡын граждандар һәм 25 меңдән ашыу енәйәт эшен ҡараған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда,  күберәк. Илдәге иҡтисади  көрсөк  кредит буйынса килешеүҙәрҙең үтәлмәүенә килтергән,  ошо  категорияға ҡараған 110 мең ттирһе материал тикшерелгән. Шулай уҡ эш  урындарында хеҙмәт бәхәстәре менән бәйле эштәр ҙә арта.  Юлдарҙа административ хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа кәмемәй, эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән  31 меңдән ашыу водитель яуаплылыҡҡа тарттырылған.  Закон һағында тороусыларҙы бәлиғ булмаған балаларҙы көсләү осраҡтары артыуы ла хәүефкә һала.  Былтыр 117 кеше хөкөмгә тарттырылған, сағыштыру өсөн 2014 йылда 38. Уның ҡарауы, шәхси милек, ергә ҡағылышлы  мөрәжәғәттәр кәмей.  Республика башлығы белдереүенсә, суд  корпусы йәмәғәтселектәге бер ваҡиғаға ла битараф ҡалмаҫҡа тейеш, иң мөһиме халыҡтың ышанысын  юғалтмау.
Ултырышта үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһағандан һуң юғары уңыштарға өлгәшкән хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде.  Шулай уҡ суд системаһын  уңышлы яҡтыртҡан матбуғат саралары ла билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте лә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика