Кадрҙар сәйәсәте камил түгел, эшкә туғанлыҡ, танышлыҡ, әшнәлек буйынса алыуҙан арына алмайбыҙ

Кадрҙар сәйәсәте камил түгел, эшкә туғанлыҡ, танышлыҡ, әшнәлек буйынса алыуҙан арына алмайбыҙ 27.04.2017

Был турала бөгөн Республика башлығы Өфөлә үткән  халыҡ-ара форумда белдерҙе. «Илдең кешелек капиталы. 2030 йылға тиклем төбәк стратегияһының  талаптары» тип аталған сара 5-се тапҡыр ойошторола. Форум хеҙмәт ресурстары менән  идара итеүгә йүнәлтелгән төбәк сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, был өлкәләге төп проблемаларҙы  асыҡлауҙы һәм хәл итеүҙе, баҙар шарттарында ихтыяж менән файҙаланған белгестәр әҙерләүҙе  маҡсат итеп ҡуя.  

Ярты йыл эсендә  йорт йәки ҡунаҡхана күтәреп ҡуйырға,  ҡеүәтле предприятиеға нигеҙ һалырға мөмкин. Ә бына кадрҙарҙы әҙерләү  тиҙ генә түгел, ул туҡтауһыҙ, йылдар дауамындағы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек талап итә.  Хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең кәмеүе, эшсе ҡулдарҙың ситкә ағылыуы,  йәш белгестәрҙең башҡа төбәктәрҙә төпләнеүе, былар барыһы ла кадрҙар системаһында ҡытлыҡҡа килтерә, тимәк был өлкәлә  уйланаһы, эшләйһе урын бар, тип билдәләнде форумда.
Форумда билдәләнеүенсә,  Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының  иҫәбе күп, ә бына студенттар һаны  өс тапҡырға тиерлек кәмерәк.  Беҙҙең йәштәр  сит төбәктәрҙең уҡыу йорттарына күпләп китә.  Республикала  бер университет ҡына терәк  вузы исемен алған,  федераль статусҡа эйә булыусылар юҡ. Әммә был уҡыу кимәле түбән тигәнде аңлатмай. Белгестәр фекеренсә, проблеманы хәл итеү өсөн тәү нәүбәттә  инфраструктураны яҡшыртыу мотлаҡ.
Шулай уҡ  уҡыу йорттары хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырырға тейеш.  Диплом алып та  эшһеҙ йөрөгәндәр күп булғанда хеҙмәт баҙарындағы хәл яҡшырмаясаҡ. Был тәңгәлдә инде  уҡыу йорттары предприятиелар менән бәйләнештәрҙе нығытырға бурыслы.  Бөгөн эшсе һөнәрҙәргә һорау ҙур, яңы йүнәлештәр күп. Сибайҙар  тап  уларҙы үҙләштерергә ынтыла ла инде -  әле коммуналь хужалыҡ өсөн мастерҙар әҙерләү ниәте бар.
Сит төбәктәрҙә уҡыған йәш белгестәрҙе  ҡыҙыҡһындырыу, төбәккә ҡайтарыу буйынса ла эште йәнләндереү мотлаҡ. Әммә сифат мәсьәләһен оноторға ярамай. Тәү урынға кешенең һөнәри  оҫталығы  ҡуйылырға тейеш.
Башҡортостандың киләсәктә  мәшғүллек үҙәгенең эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу буйынса тәжрибә майҙансығына әйләнеүе лә ихтимал. Был ойошма эшһеҙлек буйынса пособиелар билдәләүҙән генә туҡтап  хеҙмәт баҙарын көйләүсе, алға этәреүсе  органға әүерелергә  тейеш. Форумға килгәндә ул ике көн дауам итә, сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ҡаралған.
Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә, тигән ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Хеҙмәт кешеһе, уның аҡыл һәм ҡул көсө  иҡтисадты күтәреүсе төп фактор булып тора. Әммә әлеге көндә  кешелек капиталы һөҙөмтәле һәм заман талабына ярашлы файҙаланылмай. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, кадрҙар системаһына яңыса ҡараш  талап ителә. Сөнки әле беҙҙә таныш-белеш, әшнәлек  күренеше көслө. Ә кадрҙарҙы һәләте, мөмкинлеге буйынса баһалау мотлаҡ, был эшмәкәрлеккә  тотош йәмғиәттең үҫеше бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика