Кадрҙар барыһын да хәл итә 11.12.2016

Тик бына бөркөттәр туп менән осмай шул. Уларҙы эҙләп берәмләп кенә табырға мөмкин. Йәғни, һәр бер етәксене лә алдынғы ҡарашлы, һөҙөмтәле эшләй тип әйтеп булмай. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе быйыл тотошлайы менән идаралыҡ һөҙөмтәлелеге һәм кадрҙар сәйәсәтенә ҡағылды тип әйтергә мөмкин.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, район һәм ҡалалар хакимиәттәре эшмәкәрлеге менән халыҡтың яртыһы ғына ҡәнәғәт. Был социаль һорау алыу һөҙөмтәләре. Ысынбарлыҡта иһә хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Республикала идаралыҡ эшен  камиллаштырыу, тамырынан үҙгәртеп ҡороу, һөҙөмтәләштереү мөһим, тине мөрәжәғәтендә Рөстәм Хәмитов. Ни тиклем урынлы булыр был эш? Шулай ҡытлыҡмы ни алдынғы ҡарашлы кадрҙарға Башҡортостанда? Республика башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәтнамәһе тураһында фекер алышырға студияға оҙаҡ йылдар дәүләт эшендә хеҙмәт иткән ғалим, профессор Радил Ҡыяметдин улы  Мөхәмәтдиновты саҡырҙыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика