Күҙәтеү һәм тикшереү органдарының эшмәкәрлеге халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса баһаланасаҡ 05.07.2017

Был турала бөгөн Ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев белдерҙе. Селектор кәңәшмәһендә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Яҡынса ярты йыл элек күҙәтеү һәм тикшереү органдарының эшмәкәрлеген реформалау башланған. Был өлкә өҫтөнлөклө  программаға индерелгән. 2025 йылға тиклем бар маҡсаттар ҙа ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Киләһе йылдан  күҙәтеү  ведомстволары планға ярашлы үткәргән тикшереүҙәрҙе халыҡтың  йәшәйешенә һәм һаулығына хәүеф менән янаған урындарҙа үткәрергә тейеш.  Иҫәп өсөн генә сығып йөрөү кәрәк түгел. Уларҙың эшмәкәрлеге тикшереү иҫәбе, матур итеп яҙылған  отчет буйынса түгел, именлекте тәьмин итеү буйынса билдәләнәсәк. Үлем, йәрәхәттәр алыу, төрлө сирҙәргә һабышыу йәки иҡтисади зыян күрһәткесенең кәмеүе мөһим. Кадрҙар буйынса ҡарарҙар ҙа ошо нигеҙҙә ҡабул ителәсәк. Заманса юғары технологиялы компанияларҙың үҫеше тикшереү органдарының иҫкергән ҡалыптарына тура килмәй. Шуға күрә был ведомстволарға уларҙы актуалләштереү һәм кәметеү буйынса юл картаһын әҙерләү мотлаҡ, тине Дмитрий Медведев. Был эшмәкәрлек бизнестың дәүләткә ышанысын арттырыр һәм власть менән эшҡыуарҙарҙың мөнәсәбәтен яҡшыртыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика