Көрәш һәм ҡаҙаныштар юлында үткән 70 йыл

Көрәш һәм ҡаҙаныштар юлында үткән 70 йыл 05.09.2016

Октябрьский ҡалаһы данлы юбилейын  билдәләне.  Тарихи дата уңайынан урындағы Еңеү паркында тыл ҡаһармандары һәм һуғыш  балалары  хөрмәтенә «Һалдат уйҙары»  мемориал комплексы асылды. Октябрьский халҡын юбилей менән Республика башлығы тәбрикләне. Рөстәм Хәмитов комплексты төҙөүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә  рәхмәт белдерҙе. Ҡала халҡы менән предприятеларҙан 4 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.  Октябрьскийҙа был көндә башҡа объекттар ҙа сафҡа инде.

Юбилей айҡанлы асылған тағы бер мөһим   обьект - саңғы-роллер трассаһы, ул «Спартак» спорт-һауыҡтырыу базаһы нигеҙендә сафҡа инде. Трассаны төҙөүгә «Башнефть» компанияһы 75 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Заманса комлекстың мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып яҡташыбыҙ, биатлон буйынса донъя чемпионы, рус ракетаһы Максим Чудов һынап ҡараны.
Максим Чудов, биатлонсы, өс тапҡыр донъя чемпионы: «Мин был трасса асылыуға бик шатмын, уларҙың тағы ла күберәк булыуын теләр инем. Сөнки уңайлыҡтар артҡан һайын спорт менән шөғөлләнеүселәр ҙә артасаҡ».
Яңы  комплекста Октябрьскийҙың 3-сө махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт  мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә шөғөлләнә.   Белем усағында 600-гә яҡын бала иҫәпләнә. Яңы обьект асылыуы  йәш спортсылар һанын 200-гә арттырыу мөмкинлеген биргән.  Саңғы-роллер трассаһын ысын мәғәнәһендә ҡаланың сағыу биҙәге тип атарға мөмкин. Бында башҡа  спорт төрҙәре буйынса лә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреләсәк.
Наталья Башинская, директор урынбаҫары: «Был  майҙансыҡта республика кимәлендәге сараларҙы ла, Рәсәй ярыштарын да ойоштороп була. Биатлон менән шөғөлләнеүсе балалар күп, был спорт төрөн малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа үҙ итә».
Юбилей  айҡанлы файҙаланыуға тапшырылған тағы  ла  бер обьект - Еңеү паркында асылған мемориал комплекс тыл ҡаһармандары һәм һуғыш балаларына бағышлана.  Комплексты төҙөүгә аҡса халыҡ тарафынан йыйылған.
Юбилей көнө Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Купцов өсөн дә иҫтәлекле үтте. Тиҫтәләрсә йылдар үткәндән һуң яу ҡаһарманын Ҡыҙыл Йондоҙ ордены эҙләп тапты, сал сәсле яугирға награданы Республика башлығы тапшырҙы.Тантана яңы комплексҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Юбилейға арналған төп байрам саралары иһә «Нефтсе» стадионында үтте. Республика башлығы Октябрьский халҡын байрам менән тәбрикләп, ҡаланы Республиканаң йөҙөк ҡашы тип атаны.
Рөстәм Хәмитов юбилей уңайынан ҡаланың үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларына Республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сара ҙур байрам  концерты менән тамамланды, халыҡтың кәйефен  көндөң болоҡһоп тороуы ла боҙа алманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика